«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әбйәлилдәр яңы етәксегә нимә бүләк итте?



23.10.2018 Әбйәлилдәр яңы етәксегә нимә бүләк итте?

Әбйәлилдәр яңы етәксегә нимә бүләк итте?
Әбйәлил районын ошо көндәрҙә өмөтлө, йәш етәксе үҙ теҙгененә алды. Илдар Таһир улы Нафиҡов —Ташбулат ауылы егете, урындағылар, яҡташтарын ихлас ҡаршы алды. Район Советының барлыҡ 16 депутаты ла Илдар Нафиҡовтың кандидатураһы өсөн берҙәм тауыш бирҙе.

Ә бына «Красная Башкирия» ауыл хужалығы комплексы директоры Раил Фәхрисламов яңы етәксегә үҙенсәлекле символик бүләк тә әҙерләгәйне. «Беҙҙең йәмғиәткә яңылыҡтар кәрәк. Бигерәк тә Әбйәлилдең элекке данын ҡайтарғандай, беҙҙе берләштергәндәй, халыҡтың власҡа ышанысын күтәргәндәй йәш кадрҙар. Һеҙ үҙегеҙҙе яҡшы менеджер итеп күрһәттегеҙ, «Яҡтыкүл» шифаханаһында быға тиклем булған күп проблемаларҙы хәл иттегеҙ. Әле районда ла хәл итәһе мәсьәләләр апаруҡ», — тип Раил Салауат улы Илдар Таһир улына сөйлө ултырғыс һәм һепертке тапшырҙы.
—Район башлығы креслоһы һеҙгә иҙрәп ултырырға ирек бирмәһен. Был сөйҙәр кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән проблемалар хаҡында иҫкәртеп торһон. Ә һепертке ярҙамында районда тәртип урынлаштырырһығыҙ, тип ышанабыҙ, — тине тырышлығы менән уңыш ҡаҙанған, республикала алдынғы булып танылған хужалыҡ директоры Р. Фәхрисламов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға