«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡырмыҫҡалы районын Әлфир Сабиров етәкләйәсәк



23.10.2018 Ҡырмыҫҡалы районын Әлфир Сабиров етәкләйәсәк

Ҡырмыҫҡалы районын Әлфир Сабиров етәкләйәсәк
Бының тураһында ҡарар бөгөн Ҡырмыҫҡалы районы депутаттары Советында сығарылды. Әлфир Фәрхәт улы вазифаһы менән районды ваҡытлыса етәкләгән Илдар Латыповты алмаштырҙы.
Сентябрь аҙағында районда 2011 йылдан бирле башлыҡ булған Фәнзил Сыңғыҙов БР Хөкүмәте вице-премьеры итеп тәғәйенләнде.
Әлфир Сабиров 1980 йылдың 12 декабрендә тыуған. Бығаса ул район хакимиәтенең район Советы секретары булып эшләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға