«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшлек”кә яҙылыусылар отолманы



22.10.2018 Йәшлек”кә яҙылыусылар отолманы

Йәшлек”кә яҙылыусылар отолманы
Иң күп бүләк – баҫмабыҙға яҙылыҡсыларҙа

Гәзитебеҙгә яҙылыусылар үкенмәгәндер: “Республика Башкортостан” дәүләт нәшриәт йорто үткәргән “Супербүләк от” уйынында иң күп бүләкте “Йәшлек” гәзитенә яҙылыусылар отто.
Бына улар:
Хәйбулла районының Аҡьяр ауылынан Ф. Ҡунаҡов менән С. Баҡтыбаева – телевизор, Салауат районының Юныс ауылынан Гөлнур Байдәүләтова менән Ишембай райо­нының Маҡар ауылынан Разия Һиҙиәтова – ТВ юлдаш комплекты, Белорет ҡалаһынан Р. Аҫылғу­жина, Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылынан А. Байғужина, Ейәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылынан Ирәндек Әбделғужин, Хәйбулла районының Атингән ауылынан Фәриҙә Нарбутина, Ғафури райо­нының Юлыҡ ауылынан М. Хәсәнов, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡамышлы ауылынан Минзәлә Йәҙгәрова, Ғафури районының Красноусол ҡасабаһынан В. Ғәббәсов, Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылынан Рәсимә Аҙнабаева, Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан З. Сәл­мәнова планшет отто. Еңеү­селәрҙе ҡотлайбыҙ! Баҫ­мабыҙға яҙылыусыларҙы тағы ла был конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ. Киләһе уйында велосипед уйнатыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға