«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тағы бер байрам менән!



13.01.2011 Тағы бер байрам менән!

ҡыҙыҡ халыҡ ул рәсәйҙәр, байрам итергә яратабыҙ. Бөгөн бик күптәр иҫкесә Яңы йылды ҡаршылай. Әле теге, ысын Яңы йылдан бәғзеләр баш ҡалҡытып ҡына килә, ә тағын, сираттағыһы килеп тә етте. Был йола ҡасан барлыҡҡа килгән һуң? Ул ике календарь – Юлиан (иҫке стиль) һәм Григориан (яңы стиль) календарҙары менән бәйле. Уларҙағы айырма XX-XXI быуаттарҙа 13 көн тәшкил итә. Әйткәндәй, 2100 йылдың 1 мартынан 14 көн буласаҡ икән.
Байрам менән, йәмәғәт!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға