«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ижадсылар, алға!



13.01.2011 Ижадсылар, алға!

Шәйехзада Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим итергә эштәр ҡабул ителә башланы. Материалдарҙы 2011 йылдың 1 апреленә тиклем түбәндәге адрес буйынса ебәрергә: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10-сы йорт, 24-се бүлмә (телефоны: 347 276-45-87). Премияға тәҡдим итеүгә матбуғатта баҫылып сыҡҡан әҙәби әҫәр авторҙары, концерт, күргәҙмә, театр, кинотеатрҙарҙа күрһәтелгән музыка, театр, һынлы сәнғәт, хореография, эстрада һәм цирк сәнғәте оҫталары, радио һәм телевидение аша халыҡҡа сығарылып, йәмәғәтселек танышҡандан һуң кино һәм телевидение өлкәһендәге әҫәрҙәр, архитектура өлкәһендә объекттар файҙаланыуға тапшырылғандан һуң күрһәтелә ала. Ижади йәки башҡа төрлө коллективтар күрһәтелгәндә, дәғүә итеүселәр иҫәбе 16-35 йәштәрҙәге биш кешенән артмаҫҡа тейеш. Премия күләме элеккесә ҡалған, ул 50 мең һум тәшкил итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға