«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республикала Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булды



09.10.2018 Республикала Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булды

Республикала Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булды
Бөгөн Республика йортонда 2018 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге БР Хөкүмәте премияһы тапшырылды. Матбуғат һәм киң массалы мәғлүмәт өлкәһендәге юғары наградаға Энгель Зәйнетдинов, Миләүшә Ҡаһарманова (Хәбилова), Венера Ситдиҡова лайыҡ булды.

Зәйнетдинов Энгель Әхмәт улы — иҡтисади фәндәр кандидаты. Уны «Ватандаш» журналында, «Республика Башкортостан» һәм «Истоки» гәзитттәрендә баҫылып сыҡҡан материалдар; «Башкирская нефть и ее первопроходцы (18-20 вв.)» (Д.И. Михайлов менән авторҙашлыҡта) китабы өсөн «Ватандаш» журналының ижади коллективы тәҡдим итте. Энгель Әхмәт улы хәрби тарих һәм 112-се Башкавдивизияның данлы юлын өйрәнә. Шуға күрә лә ул премияһының яртыһын хәйриәгә йүнәлтергә теләк белдерҙе. Аҡса генерал Шайморатов һуңғы яуын ҡабул иткән урынға - Луганск республикаһының Штеровка ауылындағы мәктәпкә спорт ҡорамалдары алыуға тотонасаҡ.

Ҡаһарманова (Хәбилова) Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы — «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе. Уны «Киске Өфө» гәзитендә баҫылып сыҡҡан публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн «Киске Өфө» гәзите редакцияһының ижади коллективы тәҡдим итте.

Ситдиҡова Венера Фәнис ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһы «Башҡортостан» ТРК ДУП-һының «Юлдаш» радиоһы комментаторы. Уны «Башкорттар», «Рухият», «Язмыштарза — ил тарихы» тапшырыуҙары өсөн «Башҡортостан» ТРК ДУП-һының «Юлдаш» радиоһының ижади коллективы тәҡдим итте.

Премияға барлығы 15 журналист һәм 1 ижади коллектив дәғүә итте. Лауреатҡа 100 мең һум аҡса һәм түшкә ҡаҙала торған иҫтәлекле знак тапшырылды. Ошо көндәрҙә премияға лайыҡ булыусылар Күгәрсен районына барып, Шәһит Хоҙайбирҙинға арналған мемориаль аллеяға ағас ултыртасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға