«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республикала Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булды



05.10.2018 Республикала Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булды

Республикала Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булды
2018 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы лауреаттары булды. Тейешле бойороҡҡа бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы. Премия Энгель Зәйнетдиновҡа, Миләүшә Ҡаһармановаға (Хәбилова), Венера Ситдиҡоваға тапшырыла.

Зәйнетдинов Энгель Әхмәт улы — иҡтисади фәндәр кандидаты. Уны «Ватандаш» журналында, «Республика Башкортостан» һәм «Истоки» гәзитттәрендә баҫылып сыҡҡан материалдар; «Башкирская нефть и ее первопроходцы (18-20 вв.)» (Д.И. Михайлов менән авторҙашлыҡта) китабы өсөн «Ватандаш» журналы редакцияһының ижади коллективы тәҡдим итте.

Ҡаһарманова (Хәбилова) Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы — «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе. Уны «Киске Өфө» гәзитендә баҫылып сыҡҡан публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн «Киске Өфө» гәзите редакцияһының ижади коллективы тәҡдим итте.

Ситдиҡова Венера Фәнис ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһы «Башҡортостан» ТРК ДУП-һының «Юлдаш» радиоһы комментаторы. Уны «Башкорттар», «Рухият», «Язмыштарза — ил тарихы» тапшырыуҙары өсөн «Башҡортостан» ТРК ДУП-һының «Юлдаш» радиоһының ижади коллективы тәҡдим итте.

Премияны 9 октябрҙә иртәнге сәғәт 10-да Республика йортонда тапшыралар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға