«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Конкурстар » 14 февраль һөйгәнең менән "Японика" ресторанында күңел асҡың киләме?



12.01.2011 14 февраль һөйгәнең менән "Японика" ресторанында күңел асҡың киләме?

14 февраль һөйгәнең менән "Японика" ресторанында күңел асҡың киләме?Башҡорт порталы(Bash-portal.RU), "Йәшлек" гәзите һәм "Японика" рестораны 14 февраль - "День святого Валентина" байрамына арналған конкур әҙерләйҙәр.
Билдәле буйыуынсы, был көндө теләгән кеше бер нимәгә ҡарамайынса үҙенең һойгәненә һөйөүен асыҡтан үҙенең хаты аша белдерә ала. Әгәр ҙә һөйгәнегеҙҙе шул тиклем ныҡ яратһағыҙ, уға бының хаҡында белдерергә теләһәгеҙ, йәки байрам менән ҡотлап һөйөү хаты яҙырға теләһәгеҙ, шул һүҙҙәрегеҙҙе ҡағыҙға йәки компьютерға теркәргә ашығығыҙ һәм конкурс башланыу менән беҙҙең адресыбыҙға ебәрегеҙ! Һөйөүегеҙ хаҡындағы иң матур хаттар гәзитебеҙҙә баҫтырыласаҡ! Редакцияға килгән барлыҡ хаттарҙы һеҙ беҙҙең сайттан йәки Башҡорт порталынан уҡый аласаҡһығыҙ!
Бынан башҡа уҙенең һөйөүен аңгартыусы ин матур авторы еңеүсе итеп табыласаҡ! Һәм уны конкурсты ойоштороусылар Өфө ҡалаһының "Коммунистическая" урамында урынлашҡан япон аҙыҡтары "Японика" ресторанында һөйгәне менән күңел асырға көтәсәктәр. Әлбиттә һуңынан гәзитебеҙҙә һәм сайтыбыҙҙа был конкурстың һөҙөмтәһе булып фото һәм видео репортаж буласаҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға