«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Октябрь айына һынамыштар



30.09.2018 Октябрь айына һынамыштар

Октябрь айына һынамыштар
- Октябрь – ҡара бейә, ноябрь – ала бейә.
- Октябрь – ни арба, ни сана.
- Октябрь япмаһа, де­кабрь япмаҫ.
- 1 октябрҙә торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.
- 8 октябрҙә тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә – тиҙ иреп бөтәсәк.
- Көҙөн ҡайын менән имән япраҡтары бер юлы ҡойолмаһа, ҡыш ҡаты киләсәк.
- Дымлы йәй, йылы көҙ – оҙон ҡышҡа.
- Ҡырмыҫҡа ояһы ҙур булһа, ҡыш һалҡын була.
- Әгәр көҙ серәкәй осһа, ҡыш йомшаҡ килер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға