«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республиканан әбейҙәр сыуағы китә: көҙгө ямғырҙар һәм ҡар башлана



25.09.2018 Республиканан әбейҙәр сыуағы китә: көҙгө ямғырҙар һәм ҡар башлана

Республиканан әбейҙәр сыуағы китә: көҙгө ямғырҙар һәм ҡар башлана
Ҡыҫҡа әбейҙәр сыуағы Башҡортостандан китә. Синоптиктар бөгөн был аҙнаның һуңғы йылы көнө тип фаразлай.
Иртәгә һауа 23 градусҡа тиклем йылынасаҡ, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көсәйеүсән.
26 сентябрҙә төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы +8,+13°, таулы райондарҙа +3°. Көндөҙ бер аҙ ямғыр, урыны менән уртаса, республиканың көньяҡ-көнсығышы буйынса яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы +14,+19°, көньяҡ-көнсығыш буйынса +24°.

Алдағы көндәрҙә һауа температураһы 14 градустан юғары күтәрелмәй, көн дә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ә 1 октябрҙә төндә ҡар яуыуы фаразлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға