«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Силәбе өлкәһенә - башҡорт китаптары



24.09.2018 Силәбе өлкәһенә - башҡорт китаптары

Силәбе өлкәһенә - башҡорт китаптары
З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбе өлкәһендә үҙенең продукцияһының күргәҙмә-йәрминкәһен ойоштора. Акция Ғаилә йылына һәм яҡынлашып килгән Башҡортостан Республикаһы көнөнә арнала.

Сара башҡорттар күпләп йәшәгән урындарҙа: 26 һәм 27 сентябрҙә — Арғаяш районының мәҙәниәт йортонда, 29 сентябрҙә Ҡоншаҡ районының Үҙәк баҙарында уҙғарыла.

Акцияла Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артистарының сығышы биҙәйәсәк. Бер юлы Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге әҙәби премия лауреттарын бүләкләү ҡаралған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға