«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Стәрлелә "Такси" кинофильмы машинаһы йөрөйәсәк



19.09.2018 Стәрлелә "Такси" кинофильмы машинаһы йөрөйәсәк

Стәрлелә "Такси" кинофильмы машинаһы йөрөйәсәк
Донъя кинематографы яңы быуат башынан алып, сюжетында автомобилдәр уҙышыуы төп урынды биләгән кино таҫмаларын тамашасыларға күпләп тәҡдим итте. Улар араһында "Такси" фильмы теҙмәһе айырым урын биләп тора.
... Францияның Марсель ҡалаһында йәшәгән ғәрәп милләтле Даниэль исемле егет тиҙлек һәм хәүеф ярата. Ул тәүҙә пицца ташыусы булып эшләй, аҙаҡтан такси йөрөтә башлай. Даниэль үҙенең "Пежо 406" автомобилен үҙгәртеп ҡороп ала: кәрәккәндә сит яҡтан антикрыло, ҡыйыҡта, капотта һауа алғыстар сығарыла, руле алмашына, спорт приборҙары сыға. Былар барыһы ла егеткә ҡала эсенедә полициянан тотолмайынса шәп йөрөргә мөмкинлек бирә. Бер көндө Даниэль Эмильен исемле полиция офицеры менән таныша...

Комедиялы боевик стилендә төшөрөлгән "Такси" һәм унан һуңғы 5 серия ғәйәт популярлыҡ яуланы. Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта йәшәүсе 14 йәшлек мәктәп уҡыусыһы Илнур Әмиров «Такси» кинофильмындағы легендар машинаһының аныҡ күсермәһенә эйә булған.

406-сы "Пежо"ның капотына Даниэль - актер Сами Насери автограф та ҡуйған. Үҫмер автомобилде осраҡлы ғына отҡан: популяр блогер Егор Бабаковтың (Luckyman) YouTube-каналына яҙылған һәм үҙенең комментарийын ҡалдырған. Автомобиль "Ютуб"та тура эфирҙа уйнатылған. Тәүҙә программа башҡа еңеүсене һайлаған, ләкин уның сәхифәһендә фотолар һәм мәғлүмәт булмаған. Икенсе тапҡыр Стәрлетамаҡ уҡыусыһына уңыш йылмайған.

Малай автомобилдәр менән ҡыҙыҡһына һәм «Такси» фильмын ярата. Үҙенең автомобиле руленә бәлиғ булғас ҡына ултыра ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға