«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аллаһы Тәғәлә баланы бәлә-ҡазанан һаҡлаған...



01.08.2018 Аллаһы Тәғәлә баланы бәлә-ҡазанан һаҡлаған...

Аллаһы Тәғәлә баланы бәлә-ҡазанан һаҡлаған...
Кисә баш ҡалала 3 йәшлек ҡыҙҙың юғалыуы тураһында мәғлүм булды. Уны атаһы үҙе эшләгән төҙөлөшкә алып барған һәм бер мәлдә күҙҙән ысҡындырған. Бала ғәйеп булған.
Төнө буйы хоҡуҡ һаҡлаусылар, волонтерҙар, кинологтар юғалған баланы эҙләгән. Бөгөн иртән ҡыҙ табылған. Нимәһе аптырата - ул яңы төҙөлгән йорттоң 15-се ҡатында балкон япмаһы өҫтөндә йоҡлап ятҡан - һүрәттә уҡ менән күрһәтелгән. Ҡыҙ ҡыйыҡҡа менеп, япмаға ҡолаған булған.
Нисек ул бейеклектән ергә килеп төшмәгән - шуныһы аптырата. Аллаһы Тәғәлә баланы бәлә-ҡазанан һаҡлаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға