«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө коммуналсылары 1949 йылғы УралЗиС-5 автомобилен тергеҙгән



27.07.2018 Өфө коммуналсылары 1949 йылғы УралЗиС-5 автомобилен тергеҙгән

Өфө коммуналсылары 1949 йылғы УралЗиС-5 автомобилен тергеҙгән
Быға тиклем машина харабалар хәлендә 85-се мәктәп биләмәһендә булған. Уҡыусыларҙы водитель һөнәренә өйрәткәндә ҡулланылған ЗиС тамам туҙған, ҡуҙғалмаҫлыҡ хәлгә еткән.
Быйыл март айында «Спецавтохозяйство по уборке города» муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре уны үҙҙәренең базаһына килтергән. Машина дүрт ай дауамында кире үҙенең хәленә ҡайтҡан.
- Моторы төҙөк хәлдә булып сыҡҡан, - ти МУП директоры урынбаҫары Ринат Бикинин. - Беҙ бер нисә урындан май ағыуын туҡтатыҡ, хәҙер мотор сәғәт кеүек эшләй. ЗиС запчастары башлыса үҙенеке, бары тик фар-фонарҙарҙы эҙләргә тура килде.
Өс тонна һыйҙырышлы ЗиС-5 30-40-сы йылдарҙа илебеҙҙә иң таралған йөк машинаһы булып тора. Ул һәм данлыҡлы "полуторка" - ГАЗ-АА Бөйөк Ватан һуғышында, унан һуң да илебеҙҙе тергеҙеүҙә ҡатнашҡан машина булып тора. "Захар" тип йөрөтөлгән ЗиС Мәскәүҙә Сталин исемендәге заводта, Ульяновскийҙа (УльЗиС) һәм Мейәстә (УралЗиС) сығарылған. Өфө коммуналсылары УралЗиС-ты тергеҙгән.
Әйткәндәй, предприятиела тағы ла бер боронғо техника өлгөһө бар. Бында яңыраҡ 1956 йылғы КММ-2 - ГАЗ-51 базаһында төҙөлгән йөк контейнерҙарын ташыусы кран манипуляторлы машинаны тергеҙгәндәр. МУП был ике машинаны ретро автомобилдәре парадтарында күрһәтергә ниәтләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға