«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн таңғы 5-тә Ағиҙел аша күперҙән хәрәкәтте астылар



26.07.2018 Бөгөн таңғы 5-тә Ағиҙел аша күперҙән хәрәкәтте астылар

Бөгөн таңғы 5-тә Ағиҙел аша күперҙән хәрәкәтте астылар
Ниһайәт баш ҡала автомобилселәре иркен һулап ҡуйҙы - көньяҡҡа юлдан тығын-ниһеҙ үтергә мөмкин.
Өфөнән иҫке күпер буйлап ике һыҙат буйынса сығырға мөмкин була. Унан еңел автомобилдәр генә үтә аласаҡ, йөк транспортына һәм автобустарға йөрөү тыйыла. Бынан тыш, күперҙә сәғәтенә 40 саҡрым тиҙлек сикләүе тамғалары, ингән ерҙә махсус сикләү габарит ҡапҡалары һәм билдәләре ҡуйылған. Күперҙә юл-патруль хеҙмәте экипаждары дежурҙа торасаҡ. Һыуыҡта Ағиҙел күперендә сикләүҙәр буласаҡ: улар тураһында киң мәғлүмәт саралары иҫкәртәсәк.
Күршеләге күперҙә теге йәки был йүнәлештә һыҙаттарҙы арттырыу мөмкинлеге менән реверсив хәрәкәт һаҡланасаҡ — өс һыҙат ҡаланан сығыуға һәм өс һыҙат — инеүгә билдәләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға