«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөрйән районының ете ауылына газ үткәрәләр



25.07.2018 Бөрйән районының ете ауылына газ үткәрәләр

Бөрйән районының ете ауылына газ үткәрәләр "Зәңгәр яғыулыҡ" үткәргесе район үҙәге Иҫке Собханғолдо Мәндәғол, Әтек, Кейекбай, Ғәбделгәрәй, Ҡотан, Ырғыҙлы ауылдары менән тоташтырырға тейеш. Был эште «Газпром»дың берҙәм заказсыһы – «Газпром инвестгазификация» компанияһы атҡарырға ниәтләй.

Торбаны «Башҡортостан» милли паркы һәм «Алтын Солоҡ» ҡурсаулығы биләмәләре буйлап һалыу ҙа ҡаралған. Ошо сәбәпле бер айҙан, 24 августа Иҫке Собханғол ауылы хакимиәтендә проекттың тирә-яҡ мөхиткә тәьҫире буйынса фекер алышыуҙар үтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға