«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөйөнсө! Өфөлә Ағиҙел аша күперҙе 26 июлдә асалар!



24.07.2018 Һөйөнсө! Өфөлә Ағиҙел аша күперҙе 26 июлдә асалар!

Һөйөнсө! Өфөлә Ағиҙел аша күперҙе 26 июлдә асалар!
Ниһайәт баш ҡала автомобилселәре энә күҙәүендәй генә сират күперенән ҡотоласаҡ - тулы "газ" биреп кенә йылға аша сығасаҡ. Иртәнән һуң аркалы күпер ҡулланылыуға тапшырыласаҡ.
Әле төҙөүселәр деформация йөйҙәрен асфальт түшәлгән юл ҡатламы менән тигеҙләй.
Әйткәндәй, был ҡоролма аша еңел автомобилдәр генә үтә аласаҡ. Ингән ерҙә габарит ҡапҡалары ҡуйыласаҡ, уның аша йөк машиналары, автобустар үтә алмаясаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ғинуарҙа ҡаты һыуыҡтар сәбәпле күперҙә деформация йөйҙәре асылды. Уларҙы сискәндән һуң бөтә конструкцияны нығытыу кәрәклеге асыҡланды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға