«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүгә документтар ҡабул ителә



23.07.2018 Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүгә документтар ҡабул ителә

Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүгә документтар ҡабул ителә
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу буйынса комиссия документтар ҡабул итә башланы. Положенияға ярашлы, премия 2017 йылдың сентябренән 2018 йылдың авгусына тиклем сыҡҡан иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына тапшырыла.

Дәғүәселәрҙән материалдар 1 сентябргә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостан Журналистар союзы, 912-се офис (Матбуғат йортоноң 9-сы ҡатында). Телефон (факс): (347) 276-42-66.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға