«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иғтибар! "Ватс ап"та - йыландар!



03.07.2018 Иғтибар! "Ватс ап"та - йыландар!

Иғтибар! "Ватс ап"та - йыландар!
Кисәнән бирле Башҡортостанда кешеләр "Whatsapp" аралашыу программаһы аша йыландар ябырылыуы тураһында хәбәр йөрөй.
Йәнәһе, һөйрәлеүселәр эҫегә ныҡ ярһыған һәм сәбәпһеҙ һөжүм итә. Ә был хатты МЧС - Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарата, имеш.

Ә ведомство бына нимә ти:

«Был мәғлүмәт беҙҙең республикала актуаль түгел. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы бындай хәбәр менән смс-хаттар ебәрмәгән»

Ҡыҫҡаһы, "Ватс ап" аша килгән бындай спам хәбәрҙәргә ышанмағыҙ. Кешеләргә лә ебәрмәгеҙ - "чс" итерҙәр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға