«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Йондоҙло табын"



20.06.2018 "Йондоҙло табын"

"Йондоҙло табын"
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының иң талантлы актерҙарының береһе Аида КҮЛБАЕВА бөгөн “Йәшлек” гәзите уҡыусыларына үҙенең аш-һыу серҙәрен сисә.

Алдаҡ кәтлиттәр
8 ҡалаҡ һоло онтағын (“Геркулес” ярмаһы) өс йоморт­ҡа менән туҡып, бер аҙ ултыртып торорға. Табаға аҙ ғына үҙемлек майы ҡойоп утҡа ултыртырға ла, һоло массаһынан бәләкәй ҡоймаҡтар яһап, ике яҡлап ҡыҙарғансы ҡыҙҙырырға. Шул арала бер стакан һыуға бер шаҡмаҡ “Магги” йәки “Галина Бланка” ҡоро һурпаһын һалып иҙергә. Уны ҡыҙҙырыл­ған кәтлиттәр өҫтөнә ҡойоп, табаның ҡапҡасын ябырға ла, 20 минут талғын утта быҡ­тырыр­ға. Табынға ҡайнар килеш тә, һыуытып та бирергә мөмкин.

Тултырылған картуф
Уртаса ҙурлыҡтағы бәрәңгеләрҙе әрсеп, үткер бысаҡ менән эсен соҡоп алырға. Урынына алдан әҙерләнгән ит иҙмәһен тултырып, кәстрүлгә матур ғына итеп теҙеп сығырға. Тоҙло һыу ҡойоп, талғын утта әҙер булғансы бешерергә.
Иҙмә өсөн артыҡ майлы булмаған һарыҡ итен ит үткәргестән үткәреп, тоҙ, борос, ваҡлап туралған һуған, ҡырылған кишер һалып бутарға кәрәк.


Тоҙлоҡ

Алда яҙып үтелгән ризыҡтар­ҙы табынға махсус әҙерләнгән соус менән бирергә була. Уның өсөн 250 грамм ҡаймаҡҡа 5 бүлкәт һарымһаҡты иҙеп һалырға ла, тоҙ, борос өҫтәп, яҡшылап туҡырға. Был соусты шулай уҡ табынға башҡа төр ризыҡтарға ла ҡушып бирергә мөмкин.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға