«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әгәр балағыҙҙы музыкант итергә теләһәгеҙ…



04.06.2018 Әгәр балағыҙҙы музыкант итергә теләһәгеҙ…

Әгәр балағыҙҙы музыкант итергә теләһәгеҙ…
«Ҡыҙымды киләсәктә музыкант итеп күрергә теләйем. Быйыл Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Рес­публика гимназия-интернаты ниндәй кластарға уҡыусылар ҡабул итә икән?»
Л. ИЛТЕРӘКОВА.
Салауат районы.

Был һорауға Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатының директоры вазифаһын башҡарыусы Г. ГУССАМОВА яуап бирә:
– Беҙҙең урта белем биреү учреждениеһына ағымдағы йылдың 9 – 10 июнендә 5-се, 6-сы һәм 10-сы клас­тар өсөн уҡыусылар ҡабул итеү ойоштороласаҡ. Иғтибар итегеҙ, 10-сы класс өсөн баланың музыкаль белеме булырға тейеш. Гимназияла тынлы, һуҡма, ҡыллы һәм халыҡ музыка ҡоралдарында, башҡорт фольклоры, махсус фортепиано, хор дирижерлығы буйынса уҡыуҙар алып барыла. Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Зорге урамы, 25/1 һанлы йорт.
Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорау­ҙар менән 8 (347) 223-08-10 телефоны буйынса шылтырата йәки сайттағы мәғлүмәт менән таныша алаһығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға