«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҡ юл һеҙгә, Салауатсылар!



30.05.2018 Аҡ юл һеҙгә, Салауатсылар!

Аҡ юл һеҙгә, Салауатсылар!
Бөгөн "Салауат юлынан" киноэкспедиция ағзалары алыҫ та, яуаплы ла сәфәргә сыҡты. Ижади төркөм Салауаттың һәм уның атаһы Юлай Аҙналы улының яу һәм тотҡонлоҡ юлдары буйлап Рәсәй һәм Эстоня ҡалаларынан үтәсәк. Һәр урында Башҡортостан тураһында фильмдар күрһәтеү, фото һәм милли кейем күргәҙмәләре, ҡурайсы, ғалим-тарихсы сығышын ойоштороу ҡаралған. бер юлы сәйәхәт тураһында документаль фильм да төшөрөләсәк.
Башҡорт киноһы тарихында тәүге тапҡыр был проект Президент гранттары фондыңын федераль грантына лайыҡ булды.
Бик мөһим проектты тормошҡа ашырыуҙа урындағы ватандаштар ҡулдан килгәнсә ярҙам итер тип ышанабыҙ.
Тарихҡа ҡала торған сәйәхәт уңышлы һәм һөҙөмтәле булһын! Яңы асыштарға юлыҡтырһын! Хәйерле сәғәттә, рухташтар!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға