«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иман » Ураҙа айы мөбәрәк булһын!



15.05.2018 Ураҙа айы мөбәрәк булһын!

Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
15 майҙа, ҡояш байыу менән, изге Рамаҙан айы башлана. Мосолман ҡәрҙәштәребеҙ был айҙа, Аллаһы Тәғәләнең ризалығына ирешергә ынтылып, әжер-сауаптар өмөт итеп, ураҙа тота. Сөнки был – бер изгелеккә мең сауап яҙылған, ураҙа тотҡан өсөн хисапһыҙ әжер ала торған ваҡыт.
Мөхәммәт бәйғәмбәр: «Әгәр ҙә кешеләр Рамаҙан айында нимә бар икәнен белһәләр, был айҙың йыл буйы булыуын теләрҙәр ине», – тигән.
Мосолман ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айының ниндәй ҡәҙерле изге ай икәнен онотмайыҡ. Был айҙы ғибәҙәттә үткәрәйек!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға