«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Танылған яҙыусы Тайфур Сәғитов вафат булды



26.04.2018 Танылған яҙыусы Тайфур Сәғитов вафат булды

Танылған яҙыусы Тайфур Сәғитов вафат булдыТайфур Барый улы 1936 йылдың 15 апрелендә Белорет районы Аҙнағол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Республика матбуғатында эшләй.
“Рәхмәт һеҙгә, кешеләр!” исемле тәүге китабы 1976 йылда сыға. “Иман” (1991), “Сиң” (2006) китаптарының төп темаһы – замандың әхлаҡи проблемалары, йәмғиәттең социаль деградацияһы. “Ҡаһармандар юлынан” повесы, “Аманат” эссеһы 112‑се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға