«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иртәгә - Башҡорт теленән региональ диктант! Онотмағыҙ!



20.04.2018 Иртәгә - Башҡорт теленән региональ диктант! Онотмағыҙ!

Иртәгә - Башҡорт теленән региональ диктант! Онотмағыҙ!
Иртәгә, 21 апрелдә иртәнге сәғәт 10-да үтәсәк диктантта Мәрйәм Бураҡаеваның "Арғымаҡ" әҫәренән өҙөктө яҙасаҡтар. Тексын М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры художество етәксеһе, РФ атҡаҙанған артисы, БР халыҡ артисы, РФ Дәүләт һәм Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премиялары лауреаты Олег Ханов уҡыясаҡ.

Акция түбәндәге урындарҙа үтәсәк:
- БДУ-ның төп корпусы (З. Вәлиди урамы, 32, 01, 02 аудиториялары);

— БДУ-нын Хоҡуҡ институты (Достоевский урамы, 131);

— Тарих һәм дәүләт идараһы Институты (К. Маркс урамы, 3/4);

— Өфөлә, Башҡортостан ҡалаларында, район үҙәктәрендә, күрше төбәктәрҙә: БДУ филиалдары, юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары, мәктәптәр, китапханалар;

- Бер юлы ошонда: http://regdict.bashedu.ru/ - проект сайтында трансляция үтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға