«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ниәт иткәс, бүләк тә отто!



23.04.2018 Ниәт иткәс, бүләк тә отто!

Ниәт иткәс, бүләк тә отто!
Был аҙнала «Аҙна һайын – бүләк!» конкурсында Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Фәрхәнә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА еңеүсе булды. Ул сынаяҡтар йыйылмаһы менән бүләкләнә.
Бына нимәләр яҙған ул үҙе тураһында: «Атайым мәрхүм Мират Нәби улы Тимербулатов, Ленин ордены кавалеры, Баймаҡ районының Йомаш ауылында йәшәне, «Һаҡмар» колхозында механизатор булып эшләп, хаҡлы ялға сығып, ошо һеҙҙең «Йәшлек» гәзитен ғүмеренең ахырынаса, 75 йәшенә тиклем, яҙҙырып, ихласлыҡ менән яратып уҡыны. Беҙ, уның биш балаһы ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә, ошо ғаилә традицияһын дауам итеп, «Йәшлек»те, атайыбыҙҙың рухын ҡыуандырып, яҙҙырып алып, уҡырға маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ.
Әлеге көндә әсәйебеҙ менән (83 йәштә, Аллаға шөкөр) Баймаҡ районының Йомаш ауылында йәшәйбеҙ. Беҙҙең ғаиләбеҙ, дини ғаилә булараҡ, абруйлы. Мин 38 йыл ошо тыуған колхозымда эшләп, ирем менән дүрт бала үҫтерҙек. Ул 42 йыл тракторсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Үҙем буҙа яһау оҫтаһымын. Районда үткән төрлө конкурстарҙа ҡатнашам. Аяттарға, туйҙарға, һабантуйҙарға феләкләп боронғо эсемлегебеҙҙе яһап, ауылдаштарымды һыйлайым. Шифалы буҙа менән айыҡ туйҙар үткәреп, ҡунаҡтарҙы һыйлайыҡ, тип барыһын да саҡырам.
Киләсәктә лә «Йәшлек» гәзите менән бергә ҡалайыҡ, яҙылайыҡ, уҡыйыҡ, фәһем алайыҡ. Гәзит сығарыусыларға ауыр һәм яуаплы эштәрендә еңеллек, сабырлыҡ, ҡәләмдәренең үткер булыуын теләйбеҙ. Телебеҙ байлығын һаҡлап, яҡлап ҡалғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙ уңышлы булһын! Ижади үрҙәр һеҙгә!»
Йылы теләктәрегеҙ өсөн рәхмәт, Фәрхәнә апай!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға