«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы йылға бурысың ҡалмаһын



29.12.2010 Яңы йылға бурысың ҡалмаһын

Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Ленин районы суд приставтары хеҙмәте тарафынан 2010 йылды\ 11 айында алимент буйынса бурыстары булғандарҙың 76-һына йүнәлтмә ебәрелә, шуларҙың 15-е эшкә урынлаштырыла. Барлығы Өфө ҡалаһы Ленин районы суд приставтары хеҙмәтендә алимент түләтеү буйынса 813 башҡарма документ булһа, йыл аҙағына улар 263-кә ҡала. 2010 йылдың декабрь айында алимнет түләмәүселәргә ҡарата йәнә 550 башҡарма документ ҡуҙғатыла. Суд приставы башҡарыусыларҙың законлы талаптарын үтәмәгән өсөн 10 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, алиментсыларға ҡарата 18 енәйәти эш ҡуҙғатылған, 82 документ буйынса башҡарма документтарҙың күсермәләре бурыслыларҙың эш урындарына ебәрелгән.
2010 йылдың 1 декабренә ҡарата 375 башҡарма документ төрлө сәбәптәр буйынса ябылмай ҡалған. Берәүҙәренең бурыстары күп булғанлыҡтан уны ҡаплау өсөн бер нисә йыл ваҡыт кәрәк булһа, икенселәре бер ерҙә лә эшләмәй, туғандары елкәһендә йәшәй, ҡайһы берҙәренең иһә эш урыны ғына түгел, даими йәшәгән урыны ла юҡ. Әммә шуға ҡарамаҫтан суд приставтары уларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмай, нисек тә бурыстарын түләтеү юлдарын эҙләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға