«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » ТЕЙЕШЕНСӘ АЛҺЫН ЯҘАҺЫН!



19.04.2018 ТЕЙЕШЕНСӘ АЛҺЫН ЯҘАҺЫН!

ТЕЙЕШЕНСӘ АЛҺЫН ЯҘАҺЫН!
(Милли батырыбыҙ Салауатты, телебеҙҙе хурлаған Руслан Белыйға)

Ата-әсәм теле балдай татлы,
Шишмә тауышындай йырҙары.
Сал Уралдың буйын яңғыратыр
Башҡортомдоң ҡурай моңдары.
Ағиҙелдәй нескә билле ҡыҙҙар,
Сәс-толомон үрер икенән.
Ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу егеттәрҙең,
Тирҙәр ағыр маңлай-битенән.
Илем данлы батырҙары менән,
Үлем белмәҫ беҙҙең, Салауат.
Телем, Илем-тиеп яуға сапҡан,
Ватан батырынан ал сауап!
Суйын атлы милли батырыбыҙ,
Нисә быуат саба яу ҡырлап?
Осҡон сәсрәй тояҡ эҙҙәренән,
Ялҡайҙары ҡала ялбырлап.
Әле булһа күрә алмай икән,
Кемдер берәү беҙҙең батырҙы.
Телебеҙҙе тапап, ғәмһеҙ хурлап
Әйткән һүҙҙәре шаҡ ҡатырҙы.
Башҡорт менән Рәсәй араларын
Әллә шулай, кинәт боҙмаҡсы!?
Үҙ теленә хужа була алмай,
Әллә үҙе батыр булмаҡсы!?
Боғаҙынан ҡымтып алыр кәрәк,
Бутаусыны Илдәр араһын.
Телебеҙгә бысраҡ яҡҡан әҙәм,
Тейешенсә алһын язаһын!!!

Хәлиҙә Ишдәүләтова







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға