«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт теленән региональ диктант яҙырға килегеҙ!



13.04.2018 Башҡорт теленән региональ диктант яҙырға килегеҙ!

Башҡорт теленән региональ диктант яҙырға килегеҙ!
21 апрелдә республикала бына дүртенсе мәртәбәгә бик матур сара - башҡорт теленән региональ диктант үтәсәк.

Тел белемен тикшерергә теләүселәр Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында, филиалдарында, институттарында йыйыласаҡ. Шулай уҡ диктант яҙырға теләүселәргә майҙансыҡтар Өфө, Белорет, Бөрө, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Белорет, Ишембай, Мәләүез, Учалы ҡалаларында, райондарҙа, күрше өлкәләрҙә ойоштороласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға