«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә Ағиҙел йылғаһында боҙ китә башланы



12.04.2018 Өфөлә Ағиҙел йылғаһында боҙ китә башланы

Өфөлә Ағиҙел йылғаһында боҙ китә башланы
Алдан күҙалланғанса, гидрометеорологик шарттарға ярашлы, боҙ билдәләнгән ваҡытта ҡуҙғалған.
10 апрелгә республикала туғыҙ йылғаның боҙҙан әрселә башлауы теркәлгән. Тәүҙә Салауат ҡалаһы һәм Табын ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһында боҙ китә башланы. Стәрлетамаҡ районында – Стәрле һәм Ашҡаҙар, Бишбүләк районында – Дим, Ҡырмыҫҡалыла – Өршәк, Ишембайҙа – Тәйрүк, Мишкәлә – Бөрө һәм Ҡыңғыр, Ейәнсура районында Ҡаҫмарт йылғаһы ҡуҙғалды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға