«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көндөҙ республикала 15 градусҡаса йылытасаҡ



11.04.2018 Көндөҙ республикала 15 градусҡаса йылытасаҡ

Көндөҙ республикала 15 градусҡаса йылытасаҡ
11 апрелдә Башҡортостандың көньяҡ райондарында 15 градусҡаса йылытасаҡ, тип фаразлай синоптиктар. Көндөҙ һәм иртәнсәк республика буйынса урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ, көньяҡ буйынса уртаса. Юлдарға томан төшөүе ихтимал.

Төбәк буйынса уртаса һауа температуры көндөҙ +5, +10 градус тәшкил итәсәк.

Кесе йоманан төбәккә һыуыҡ һауа массаһы килеүе көтөлә, төндә һауа температураһы -3 градусҡаса төшәсәк һәм көндөҙ 6 градусҡа тиклем йылы буласаҡ. Бер аҙ яуым-төшөм булыуы ихтимал.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға