«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда эт ғаиләне уттан ҡотҡарған



04.04.2018 Башҡортостанда эт ғаиләне уттан ҡотҡарған

Башҡортостанда эт ғаиләне уттан ҡотҡарған
Октябрьский ҡалаһында Ричи ҡушаматлы эт Колосовтар ғаиләһен янғындан ҡотҡарған.
Ҡыйыу дүрт аяҡлы ҡотҡарыусы кинолағы супергеройға оҡшамаған — аҡ эт, уң күҙе тирәһендә сағыу ерән тап бар.Ҡасандыр элекке хужалары баш тартҡан этте ғаиләлә Эт тип кенә йөрөтәләр һәм Ричи уларҙы рәхмәт йөҙөнән ҡотҡарған, тип иҫәпләйҙәр.

Бәлә килгән төндә эт шыңшый һәм бүлмә буйлап йөрөй башлай, урамда ла тынысланмай — өрөүен дауам итә. Таңғы дүрттә Ричи өйҙәгеләрҙе уята башлай — ныҡ итеп өрә, өй буйлап саба, хужабикәнең карауаты эргәһенә килә. Шул саҡта хужалар төтөн еҫен һиҙеп ҡала. Ирле-ҡатынлы Роман менән Галина, уларҙың ҡыҙы Яна кейенеп, документтарын алып, ваҡытында өйҙән сығып өлгөрә — юҡһа, түшәм уларҙың өҫтөнә емерелеп төшөр ине. Янғын һүндереүселәр утты бер нисә сәғәттән һуң ғына һүндерә. Һуңынан асыҡланыуынса, ут электр сымының төҙөк булмауы арҡаһында сыҡҡан.

«Әгәр Ричи булмаһа, был хәл нимә менән тамамланыр ине, билдәһеҙ, беҙ һеҙҙең менән әле шулай һөйләшер инекме ...», — тип иҫенә төшөрә Галина.

Вайымһыҙ булмаған кешеләр уттан зыян күргәндәргә 30 мең һумдан ашыу аҡса йыйған, ғаилә тейешле компенсация ла алған. Туғандары, дуҫтары һәм таныш булмаған кешеләр ярҙам ҡулы һуҙған. Йыйылған аҡсаға Колосовтар ҡыйыҡты йүнәтергә ниәтләй, ләкин торлаҡты тулыһынса төҙөкләндереү өсөн был сумма, әлбиттә, етмәй. Колосовтарға ярҙам итергә теләгәндәр 8-927-927-70-74 телефоны буйынса йәки Галина Колосоваға мөрәжәғәт итә ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға