«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ғәҙәти булмаған хәл: яҡташыбыҙ өсөн НТВ телеканалы ҡағиҙәләрҙе үҙгәртте



04.04.2018 Ғәҙәти булмаған хәл: яҡташыбыҙ өсөн НТВ телеканалы ҡағиҙәләрҙе үҙгәртте

Ғәҙәти булмаған хәл: яҡташыбыҙ өсөн НТВ телеканалы ҡағиҙәләрҙе үҙгәртте«Һин супер» проектының беренсе турының һуңғы һигеҙенсе сығарылышы ваҡытында НТВ телеканалы эфирында башҡа һыймаҫлыҡ хәл булды. Башҡортостандан килгән 15 йәшлек ҡыҙ өсөн тәүге тапҡыр шоуҙың ҡағиҙәләре үҙгәртелде. Рәүил ауылынан Зарема Шәйхетдинова «Titanium» йырын башҡарҙы, ләкин бер жюри ағзаһы, Владимир Пресняков ҡына, йәшел төймәгә баҫты. Ҡыҙ сығыш яһау өсөн йырҙы дөрөҫ һайламаған, тигән фекергә килде уның коллегалары һәм унан халыҡ йырын башҡарыуҙы һораны. Яҡташыбыҙ башҡорт йырын йырлап күрһәткәндән һуң, Сергей Лазарев, Юлианна Караулова һәм Игорь Крутой йәшел төймәгә баҫты һәм ҡыҙҙың халыҡ йырҙарын башҡарыу һәләте ҙур булыуын билдәләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға