«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн бар донъя Мобиль телефон көнөн билдәләй



03.04.2018 Бөгөн бар донъя Мобиль телефон көнөн билдәләй

Бөгөн бар донъя Мобиль телефон көнөн билдәләй
Теүәл 45 йыл элек, 1973 йылдың 3 апрелендә "Motorola" компанияһының инженеры Мартин Купер Motorola DynaTAC 8000X телефонынан өйҙән үҙенен офисына шылтырата (беренсе һүрәттә)
Шунан алып тотоп йәки кеҫәгә һалып йөрөтмәле элемтә сараһы үҫешә башлай. СССР был юҫыҡта 50-се йылдарҙан эшләһә лә, юғары технологияларҙан артта ҡала, өмөтлө йүнәлеште үҫтерә алмай.
Беренсе телефон Motorola DynaTAC 8000X ауырлығы 2,5 килограмм була. Ә хәҙергеләре 100 грамға ла барып етмәй.
Беҙҙең тормошҡа кәрәҙле телефондар 2002-2006 йыл арауығында инде. Тап шул мәлдә махсус һатыу салондары асылды, таулыраҡ урындарға вышкалар ҡуйылды, реклама ла үҙенекен эшләне. Телефон ҡиммәтле аксессуарҙан көн дә кәрәкле әйбергә әйләнде.
Әйҙәгеҙ иптәштәр тәүге телефондарыбыҙ тураһында һөйләшәйек. Улар тәүге мөхәббәт кеүек - бер ҡасан да онотолмай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға