«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » #Заперто - ҡайҙа бикле, шуны хәбәр ит!



28.03.2018 #Заперто - ҡайҙа бикле, шуны хәбәр ит!

#Заперто - ҡайҙа бикле, шуны хәбәр ит!Рәсәй халҡы социаль селтәрҙәрҙә #Заперто акцияһына ҡушылды. Ул Кемероволағы сауҙа үҙәгендәге янғын кеүек ваҡиғаларҙы иҫкәртеү маҡсатында үтә.
Акцияла ҡатнашыусылар запас йәки авария сығыу урындары ябыҡ булған урындар тураһында хәбәр итә ала. Бер юлы уларҙың адрестарын һәм фотоларын һалыу кәрәк. Яҙма #Заперто хештегы аҫтында урынлаштырылырға тейеш.
Флешмобты Красноярск халҡы башланы, Екатеринбург һәм Ростов ҡушылды ҡушылды.
Дуҫтар-төркөмдәштәр! Акцияға һеҙ ҙә ҡушылығыҙ! Мәктәп, клуб, магазин, кинотеатр, сауҙа үҙәге, вокзал - кеше күп йөрөгән урындарҙы ҡарағыҙ, фотоға төшөрөгөҙ, пост итеп һалығыҙ! Оло бәләләрҙе алдан иҫкәртәйек!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға