«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Концертҡа саҡырыуҙы Дилә Мостафина отто!!!



20.03.2018 Концертҡа саҡырыуҙы Дилә Мостафина отто!!!

Концертҡа саҡырыуҙы Дилә Мостафина отто!!!
22 мартта Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Сибай концерт-театр берекмәһе “Исемеңдә - һинең яҙмышың...” тип аталған концерт ойоштора.
Унда бар ижади коллектив: БР-ҙың атҡаҙанған артистары Альберт Салауатов, Баязит Байназаров, Рөстәм Хәсәнов, Марс Ишморатов, Раушан Ниязғолов, "Тархан" фольклор-эстрада төркөмө, "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Ғаяз Ғәйетбаев, Сөмбөл Моратова, Зәлиә Нурлы, Айгөл Әсәҙуллина, Дим Шәрәфиев һәм башҡалар ҡатнаша.

15-20 март арауығында барған дуҫтарға һөйләү конкурсында беҙ Сибай концерт-театр берекмәһенең “Исемеңдә - һинең яҙмышың...” тип аталған концертына саҡырыу ҡағыҙы уйнаттыҡ. Һөҙөмтәлә бәхет Дилә Мостафинаға йылмайҙы. Ҡотлайбыҙ! Еңеүсене билдәләгән видеоны ҡарағыҙ. Диләгә беҙҙең менән бәйләнешкә инеүен һорайбыҙ.

Тамаша Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә (Өфө, Гоголь урамы, 58) 22 мартта киске сәғәт 7-лә башлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға