«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә Әхәт Мортазин менән хушлаштылар



15.03.2018 Өфөлә Әхәт Мортазин менән хушлаштылар

Өфөлә Әхәт Мортазин менән хушлаштыларБөгөн баш ҡалала Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында танылған диктор, башҡорт "Левитаны" Әхәт Мортазинды һуңғы юлға оҙаттылар.
Театр фойеһында Әхәт Мотаһар улына арналған, уның тормошо, ижады күренгән фотоһүрәттәр йыйылмаһы, видео яҙмаһы менән танышырға мөмкин булды.
Йыназаны мәрхүмдең хеҙмәттәше, Башҡортостандың халыҡ артисы Александр Кузьменко алып барҙы. Рәсми ҡунаҡтар: Федерация Советы Комитетының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, РФ Дәүләт думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, «Башҡортостан» ТРК-һы ДУП-ы генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов, БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һәм башҡалар сығыш яһаны.
Ә.Мортазинды мосолман зыяратында ерләнәсәк.

Бәхил бул, Әхәт Мотаһар улы...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға