«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Репост эшлә лә тамашаға билет от!



15.03.2018 Репост эшлә лә тамашаға билет от!

Репост эшлә лә тамашаға билет от!
22 мартта Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Сибай концерт-театр берекмәһе “Исемеңдә - һинең яҙмышың...” тип аталған концерт ойоштора.
Унда бар ижади коллектив: БР-ҙың атҡаҙанған артистары Альберт Салауатов, Баязит Байназаров, Рөстәм Хәсәнов, Марс Ишморатов, Раушан Ниязғолов, "Тархан" фольклор-эстрада төркөмө, "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Ғаяз Ғәйетбаев, Сөмбөл Моратова, Зәлиә Нурлы, Айгөл Әсәҙуллина, Дим Шәрәфиев һәм башҡалар ҡатнаша.
Концерт киске сәғәт 7-лә башлана. Билеттар хаҡы: 200-350 һум.Тел.: 8-961-039-06-80

Бәйләнештә селтәрендәге төркөмөбөҙҙә репост конкурсын иғлан иттек. Ҡатнашығыҙ! Адресы: https://vk.com/wall-35065816_19752







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға