«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Берҙәмлектә – көс!»



05.03.2018 «Берҙәмлектә – көс!»

«Берҙәмлектә – көс!»Иртәгә, 6 мартта Баймаҡ районының Темәс ауылында Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 99 йыл тулыуға арналған «Берҙәмлектә – көс!» форумы үтәсәк. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойоштора.
Сарала башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, тарих уҡытыусылары, крайҙы өйрәнеүселәр, төбәк-ара башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре ҡатнашасаҡ. Темәскә шулай уҡ Урал аръяғы һәм Көнъяҡ төбәк-ара ҡоролтайҙары рәйестәре һәм ағзаларының да килеүе көтөлә.
Байрамда Әхмәтзәки Вәлиди һәйкәленә сәскәләр һалыу, Темәс тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейына экскурсия, ижад коллективтарының сығышы буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға