«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә "Һылыуҡай - 2018" матурлыҡ бәйгеһе финалсылары билдәләнде



26.02.2018 Өфөлә "Һылыуҡай - 2018" матурлыҡ бәйгеһе финалсылары билдәләнде

Өфөлә "Һылыуҡай - 2018" матурлыҡ бәйгеһе финалсылары билдәләндеЯрышсы ҡыҙҙар ғәҙәттәгесә үҙҙәре тураһында һөйләне, таланттарын күрһәтте, подиум буйлап йөрөнө.
Бына ул 12 ҡыҙ:
Наҙгөл Әйүпова (Ейәнсура), Зилә Ғатауллина (Ҡыйғы), Эльвина Ғәзизуллина (Бишбүләк), Розалина Ғисмәтуллина (Көйөргәҙе), Азалия Заһитова (Мәскәү), Гүзәлиә Ишмөхәмәтова (Өфө), Әлфинә Кашапова (Әлшәй), Зөһрә Муллағәлина (Өфө), Гөлсиә Нәҙершина (Бөрйән), Гөлдәр Смакова (Ауырғазы), Аделия Фәйзуллина (Өфө), Илзирә Әсмәндиәрова (Балаҡатай).
Һылыуҡайҙар хәҙер 23 мартта "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтәсәк финалға әҙерләнәсәк. Улар роликтарҙа төшәсәк, кейем, бейеү номерҙары күрһәтәсәк, үҙ-үҙҙәрен сәхнәлә тоторға өйрәнәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға