«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Репост эшлә лә спектаклгә билет от!



20.02.2018 Репост эшлә лә спектаклгә билет от!

Репост эшлә лә спектаклгә билет от!Хөрмәтле дуҫтар!
85-се юбилей миҙгелен асҡан Салауат башҡорт дәүләт драма театры - Өфөлә!
2 март - Александр Островскийҙың "Глумов" спектакле. Режиссеры - Антон Федоров.
3 март - төрөк драматургы Тунджер Джюдженоглу әҫәре буйынса "Көтөлмәгән ҡунаҡ" спектакле. Режиссеры - Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты Олег Ханов.

Тамашалар М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә киске сәғәт 7-лә башлана. Билеттар театр кассаһында һатыла.
Рәхим итегеҙ!

Дуҫтар! "Көтөлмәгән ҡунаҡ" спектакленә ике кешегә саҡырыу ҡағыҙын оторға мөмкинлек бар!

Шарттары ябай:

1) Ошо яҙмаға репост эшләргә.
2) Йәшлек гәзитенең "Йәшлек" гәзите - газета "Йэшлек" төркөмө ағзаһы булырға кәрәк.

Бер аҙнанан, йәғни 27 февралдә, махсус ҡушымта аша осраҡлы һайлау юлы менән репост яһаған кешеләр араһынан бер еңеүсе билдәләнәсәк. Уға бик елле приз: "Көтөлмәгән ҡунаҡ" спектакленә ике кешегә саҡырыу ҡағыҙы тапшырыласаҡ.

Хәйерле сәғәттә!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға