«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Репост эшлә лә китап от!" ярышы тамам!



20.02.2018 "Репост эшлә лә китап от!" ярышы тамам!

 "Репост эшлә лә китап от!" ярышы тамам!Еңеүсе - Гөлсинә Билалова!
Бер аҙна дауамында - 13-20 февраль арауығында барған ярышта йәмғеһе 147 кеше ярыш яҙмаһын дуҫтарына һөйләне, 294 кеше лайҡылданы. Төркөмөбөҙгә 104 кеше өҫтәлде, хәҙер беҙҙең 13447 дуҫыбыҙ бар.
https://vk.com/wall-35065816_18957

Яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!”, “Әкиәтһеҙ бала саҡ”, “Урам балалары” китаптары Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында йәшәгән Гөлсинә Билалова отто! Еңеүсене ҡотлайбыҙ! Беҙҙең менән бәйләнешкә инеүен һорайбыҙ!

Ярыш һөҙөмтәләрен күрһәткән видеояҙманы һалабыҙ.

Конкурсты үткәрешергә ярҙам иткәне өсөн Айгиз Ғиззәт улына рәхмәт белдерәбеҙ!
Сираттағы бәйге тураһында ошо арала иғлан итербеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға