«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Тесла Родстер” – донъялағы иң шәп йөрөгән автомобиль!



07.02.2018 “Тесла Родстер” – донъялағы иң шәп йөрөгән автомобиль!

“Тесла Родстер” – донъялағы иң шәп йөрөгән автомобиль!
Әлеге ваҡытта ул сәғәтенә 27 мең саҡрым тиҙлегендә Марсҡа юл тота.

6 февралдең кисендә Американың Канаверал моронондағы космодромдан “SpaceX” шәхси йыһан компанияһының “Falcon Heavy” ракетаһы һынау рәүешендә осоролдо. Ул яҡын киләсәктә Марсҡа кешеләрҙе ташыясаҡ.
Нимәһе ҡыҙыҡ – йыһан карабының йөк отсегында компания хужаһы Илон Маск эйә булған сейә төҫөндәге “Тесла Родстер” электромобиле бар ине. Хәҙер ул кешелек тарихында асыҡ йыһанға тәүгә сыҡҡан автомобиль булып һаналасаҡ.
Махсус камералар Ергә машинаның торошон төшөрөп ебәрә. “Тесла”ның руле артында скафандр кейгән Starman исемле манекен ултыра. Ул йырсы Дэвид Боуиның «Space Oddity» йырын “тыңлай”. Бынан тыш, панелдә “Don’t Panic” (Паникаға бирелмәҫкә!) тигән яҙыуҙы күрергә мөмкин. Машинала фантаст Айзек Азимовтың "Основание" китап серияһы яҙылған диск ята.
Әгәр осоу планға ярашлы үтһә, “Тесла Родстер” ҡайһы берендә Ергә һәм Марсҡа яҡынайып, Ҡояш тирәләй меңәр йылдар әйләнәсәк.
Төндә тышҡа сығып, телескоп аша күк йөҙөнә иғтибарлыраҡ ҡарағыҙ – йыһанда осоп барған беренсе машинаны күреүегеҙ бар!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға