«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Өфөнән һөйөү менән» фильмы «Блокбастер» ХХI профессиональ премияһына лайыҡ булды



07.02.2018 «Өфөнән һөйөү менән» фильмы «Блокбастер» ХХI профессиональ премияһына лайыҡ булды

«Өфөнән һөйөү менән» фильмы «Блокбастер» ХХI профессиональ премияһына лайыҡ булдыМәскәүҙә «Блокбастер» профессиональ премияһы менән бүләкләү тантанаһы үтте һәм кино бизнесына 2017 йылға йомғаҡтар яһалды. «Өфөнән һөйөү менән» («AskarFilm») фильмы «Блокбастер» ХХI профессиональ премияһының «сикләнгән прокатта иң табышлы фильм» номинацияһында еңеүсе булды. «Өфөнән һөйөү менән» фильмының прокат һөҙөмтәһе – 5 292 541 һум.
«Ура, дуҫтар! Әйткәндәй, алдан был номинацияны Европа фильмдары ғына алды. Тәүгә Рәсәй фильмына бирелде, уныһынан да бигерәк, төбәктә эшләнгәне беҙгә икеләтә ҡыуаныс өҫтәй», — тип хәбәр итте фильм режиссеры Айнур Асҡаров.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға