«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тамашаларға рәхим итегеҙ!



05.02.2018 Тамашаларға рәхим итегеҙ!

Тамашаларға рәхим итегеҙ!
5 февралдә Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында Башҡортостандың халыҡ шағиры Нажар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе үтә. Фидан Ғафаров, Нәзифә Ҡадирова, Йәмил Әбделмәнов, Вәхит Хызыров, Әлим Ҡәйүмов кеүек билдәле йырсылар уның йырҙары менән сығыш яһай.
Өфө “Нур” татар дәүләт һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Назар Нәжми шиғырҙарын һөйләйәсәк, пьесаларынан өҙөк күрһәтәсәк.
Ошо уҡ көндө “Родина” кинотеатрының Йәшел залында Гәүһәр Батталова сценарийы буйынса Әлфиә Арыҫланова төшөргән “Яныуҙан һәм хистән ҡойолған” фильмы күрһәтелә. Ул шағирҙың тормошона һәм ижадына арнала. Был фильм яҡын киләсәктә төрлө ҡала-районда күрһәтеләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға