«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Назар Нәжмиҙең 100 йыллығына бағышланған кисә: шағир тауышы, уның шиғырҙарына йырҙар һәм китап күргәҙмә-йәрминкәһе



30.01.2018 Назар Нәжмиҙең 100 йыллығына бағышланған кисә: шағир тауышы, уның шиғырҙарына йырҙар һәм китап күргәҙмә-йәрминкәһе

Назар Нәжмиҙең 100 йыллығына бағышланған кисә: шағир тауышы, уның шиғырҙарына йырҙар һәм китап күргәҙмә-йәрминкәһе
5 февралдә республика Башҡортостандың халыҡ шағиры, публицист, драматург Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләй.
Өфөлә был күркәм датаға арнап байрам саралары ойоштороласаҡ. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Назар Нәжмиҙең Хәтер кисәһе була. Программала популяр артистар Фидан Ғафаров, Нәзифә Ҡадирова, Йәмил Әбделмәнов, Вәхит Хызыров, Илһам Вәлиев, Әлим Ҡәйүмов, Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры (етәксеһе – Линар Дәүләтбаев) М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм «Нур» театры актерҙары сығыш яһай. Кисәнең режиссеры — Хөрмәтулла Үтәшев.
«Мин сценарийҙы блоктарға бүлдем. Тәүгеһе шағирҙың тыуған төйәге — Дүртөйлө еренә, икенсеһе — һуғыш йылдарына, артабанғыһы Өфөгә арналған. Был кисәлә Назар ағайҙың да тауышы яңғырай, ул үҙенең шиғырҙарын уҡый. Назар Нәжмиҙең шиғырҙарына яҙылған бик күп йырҙар башҡарыу, «Гармунсы дуҫ» спектакленән өҙөк күрһәтеү ҡаралған», — тип һөйләне режиссер.

Хәтер кисәһе киске сәғәт 7-лә башлана. Сара барышында З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте күргәҙмә-йәрминкә ойоштора. Унда Назар Нәжмиҙең һайланма әҫәрҙәрен һатып алырға мөмкин. Күп томлыҡтың өсөнсөһө 2017 йылдың ноябрендә донъя күрҙе. Уға публицистик һәм әҙәбиәт ғилеме буйынса мәҡәләләр, интервью һәм күренекле замандаштар хаҡында хәтирәләр ингән. Ошо көндәрҙә дүртенсе том да баҫылып сыҡты, унда публицистика һәм драма әҫәрҙәре урын алған. Китапты баҫмаға шағирҙың ҡыҙы Алһыу Назар ҡыҙы һәм уның улы, шағирҙың ейәне Ансаф Абдулнәғимов әҙерләгән.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана Назар Нәжмиҙең тормошона һәм ижадына бағышланған күргәҙмә әҙерләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға