«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Төбәктә һанлы телеканалдар пакетының эфир тапшырыуы селтәрен төҙөү тамамланды



23.01.2018 Төбәктә һанлы телеканалдар пакетының эфир тапшырыуы селтәрен төҙөү тамамланды

 Төбәктә һанлы телеканалдар пакетының эфир тапшырыуы селтәрен төҙөү тамамландыРәсәй телевизион радиотапшырыуҙар селтәренең филиалы (РТРС) «БР радиотелевизион тапшырыу үҙәге» РТРС-1 һанлы телеканалдар пакетының эфир тапшырыуы селтәре төҙөлөшөн тамамланы (беренсе мультиплекс).
Был республика халҡының 95 проценттан ашыуы беренсе мультиплекс - «Беренсе канал», «Рәсәй-1», «Матч ТВ», «НТВ», «Петербург — 5 канал», «Рәсәй Мәҙәниәт», «Рәсәй-24», «Карусель», «Рәсәйҙең йәмәғәт телевидениеһы», «ТВ Үҙәк — Мәскәү» программаларын бушлай ҡарай алыуын аңлата.

Рәсәй телевизион радиотапшырыуҙар селтәренең Башҡортостандағы һанлы телеселтәре — илдең Европа өлөшөндә иң ҙуры. Бында 216 тапшырыу станцияһы иҫәпләнә. Ошо ҙур инновацион проектҡа федераль ҡаҙнанан 2 миллиардтан ашыу аҡса һалынған.

Селтәр тиҙләтелгән темптар менән төҙөлдө. 2015 йылдың 2 июлендә Белоретта тәүге объект асылды, йыл аҙағына улар 22-гә етте, 2016 йылда тағы 46 телебашня һанлы телесигналды тапшыра башланы. Былтыр иһә йылда төбәктә һанлы телеселтәр 148 объектҡа артты.

Селтәр «2009-2018 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһына ярашлы төҙөлгән. Һанлы эфир телевидение сифатын яҡшыртты, телеканалдар һанын арттырҙы, республика халҡының йәшәү сифатын үҙгәртте, ҙур ҡалалар һәм бәләкәй тораҡ пункттар араһындағы мәғлүмәт тигеҙһеҙлеген бөтөрҙө.

Һанлы эфир телевидениеһын ҡабул итеү өсөн DVB-T2 стандартлы заманса телевизорға дециметрлыҡ телевизион антеннаны тоташтырыу ҙа етә. Бынан алдараҡ сығарылған телевизорҙарҙы тоташтырыу өсөн DVB-T2 стандартлы һанлы приставка талап ителә.

Эш көндәрендә +7 (347) 246-45-78 телефоны буйынса «Башҡортостан Республикаһының радиотелевизион тапшырыу үҙәге»нең консультация ярҙамы үҙәгендә йәки 8-800-220-20-02 федераль «ҡыҙыу элемтә» номеры буйынса (шылтыратыу бушлай) көйләү буйынса кәңәштәр алырға мөмкин.

«БР радиотелевизион тапшырыу үҙәге»нең рәсми сайтында һорауҙарға яуаптар һәм һанлы телевидениены ҡабул итеү өсөн ҡорамал һатып алыу, уны тоташтырыу буйынса кәңәштәр бирелгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға