«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ур-ра! Коллегаларҙы ҡотлайбыҙ!!!



15.01.2018 Ур-ра! Коллегаларҙы ҡотлайбыҙ!!!

Ур-ра! Коллегаларҙы ҡотлайбыҙ!!!
Бөгөн "Башинформ" мәғлүмәт агентлығының конференциялар залында Башҡортостандың иң яҡшы журналистарын тәбрикләнеләр. Сара Рәсәй матбуғаты көнө айҡанлы үтте.

"Йәшлек" гәзитенән унда баш мөхәррир урынбаҫары Әлфиә ХӘМИТОВА, хәбәрселәр Асҡар ҒӘББӘСОВ һәм Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНАҒА элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникацияларҙы үҫтереүҙә, оҙаҡ йылдар дауамында һөҙөмтәле хеҙмәттәре өсөн ведомство наградалары тапшырылды.
Коллегаларҙы ҡотлайбыҙ! Уларға бәхет-һаулыҡ, именлек, эштә уңыштар теләйбеҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға