«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уйында уҙған йыйында уҙыр



10.01.2018 Уйында уҙған йыйында уҙыр

Уйында уҙған йыйында уҙыр
йәки “Ата” кроссвордсының үҙ ҡулдары менәнәҙерләгән бүләге кемгә эләгер?

“Йәшлек” гәзите республика матбуғатында даими рәүештә кроссворд-сканвордтар сығарып торған берҙән-бер баҫма булып тора. Был гәзитебеҙҙең етәкселәренең кроссвордтың зиһенде, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙә тотҡан әһәмиәтен аңлауҙан килә. Юҡҡа ғына башҡорт телендәге баҫмалар араһында ул иң ҙур тираж менән сыҡмайҙыр.
Гәзитебеҙҙең кроссворд һөйөүселәре өсөн 2017 йыл да тамамланды. Бағыусыбыҙ Мөнир Шәймөхәмәтовтың һарығын Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» тапшырыуында уйнаттыҡ. Приз ярыштың лайыҡлы уйынсыларына эләкте. «Йәшлек»тең Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында йәшәүсе тоғро дуҫтары Фәһимә һәм Салауат Сыңғыҙовтар башҡалар араһында иң күп дөрөҫ яуап ебәргән уйынсылар ине. Һарыҡты еңеүселәргә алып барып биргәндә Фәһимә апай яңы конкурс өсөн приз вәғәҙә иткәйне. Бына декабрь аҙаҡтарында еңеүсе дүрт ай буйы үҙ ҡулдары менән бәйләгән диван япмаһын редакцияға алып килеп тапшырҙы. Зауыҡлы итеп бәйләнгән «хенд-мейд» (hand made) – ул кроссвордҡа оҡшатып эшләнгән – быйыл да үтәсәк конкурс еңеүсеһенә эләгәсәк. Ул башватҡыстарға дөрөҫ яуап ебәргән бөтә уҡыусы араһында уйнатыласаҡ. Бында, еңеүсене билдәләү өсөн, Алла бирһә, йәрәбәне Фәһимә апай үҙе тартып сығарыр.
Шуныһы ҡыҙыҡ, кроссвордтарҙы сисеү беҙҙең уйынсыларҙы икенсе баҫҡысҡа алып менә. Уларҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәре башватҡыстар төҙөй башланы. Быйыл беҙ уларҙың ижад емештәрен гәзит биттәрендә күрербеҙ, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Илдар ҒӘБИТОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға