«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы йылға бүләкле булдылар



26.12.2017 Яңы йылға бүләкле булдылар

Яңы йылға бүләкле булдылар
«Аҙна һайын – бүләк!» конкурсында был аҙнала бүләктәрҙе мул итеп өләшергә булдыҡ. Лото уйынында Ейәнсура районының Иҙәш ауылынан Нәфисә ҠЫУАНДЫҠОВА, Баймаҡ районының Бикеш ауылынан С. ИШМЫРҘИНА, Илеш районынан И. ХӘМИТОВА – салат һауыттары, Бөрйән районының Тимер ауылынан Фирүзә ТИМЕРОВА – фарфор сәйнүк, Күгәрсен районының Исем ауылынан Земфира СОЛТАНГӘРӘЕВА – сәғәт, Белорет районының Сермән ауылынан С. СИРАЖЕТДИНОВ, Баймаҡ районының Билал ауылынан Данил АБДУЛЛИН – плед, Әбйәлил районының Ишҡол мәктәбе уҡыусыһы Азамат ҠАҘЫРОВ термос отто.
Еңеүселәргә призды алыу өсөн паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк. Үҙегеҙ килеп ала алмаған осраҡта, редакцияға балаларығыҙҙы йәки таныштарығыҙҙы ебәрергә мөмкин.
Бәйге декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен ебәрергә ашығығыҙ. Ә инде «Республика Башкор­тостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға